Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Декабрь 2022, 21:30

Бабиков - етенсе...

Бөгөн Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй кубогының дүртенсе этабы старт алды.  

Ир-аттар 20 саҡрым, ҡатын-ҡыҙҙар 15 саҡрым араға шәхси беренселектә уҙышты. Һөҙөмтәлә ир-аттарҙан Александр Поварницын – беренсе, Эдуард Латипов – икенсе һәм Илназ Мөхәмәтйәнов финишта өсөнсө ваҡыт күрһәтте. Билдәле яҡташыбыҙ Антон Бабиков ике тапҡыр сәпкә яҙа атып, етенсе булды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Анастасия Гореева – беренсе, Анастасия Шевченко – икенсе һәм Виктория Сливко өсөнсө ваҡыт күрһәтте.

Фото: ТАСС. 

Бабиков - етенсе...
Бабиков - етенсе...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: