“Себер” клубы әлегә – 51 мәрәй менән, Көнсығыш конференцияһында өсөнсө. Улар дүртенсе баҫҡыста урын алған юлаевсыларҙан дүрт мәрәйгә өҫтөнлөк итә. Тик Новосибирск уйынсылары өфөләрҙән өс осрашыуға күберәк уҙғарған. Быға тиклем улар үҙ-ара бер тапҡыр Өфөлә сәкәләште һәм еңеү ҡунаҡтар яғында булғайны.
“Салауат Юлаев”тың һуңғы һөҙөмтәләренә килгәндә, улар, әлегә бәүелеп, йә еңә, йә еңелә. Мәҫәлән, “Барыҫ” командаһына 2:1 иҫәбенә отолғас, һуңғыһында “Авангард” клубын 3:1 иҫәбенә еңде.
Ошо уйындан һуң КХЛ чемпионаты ҡыҫҡа ғына тәнәфескә туҡтай. Силәбелә КХЛ “йондоҙ”ҙарының бәйгеһе һәм дә Беренсе канал турниры ҡаралған.
Унан һуң юлаевсылар, тик 19 декабрҙә генә даими беренселек осрашыуҙарын башлап, үҙ майҙанында “Авангард”ты ҡабул итәсәк. Ғөмүмән, өфөләргә “Амур”, “Адмирал” һәм “Автомобилист” уйынсылары киләсәк.
Фото: ТАСС.