Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Декабрь 2022, 19:40

Ситтән дүрт мәрәй менән

Яңыраҡ “Салауат Юлаев” командаһы, ситтәге сәфәрен дауам итеп, Новосибирскиҙа урындағы “Себер” уйынсыларын 6:3 иҫәбенә еңде.   

Йыл да уҙған КХЛ чемпионатының  “йондоҙ”ҙары бәйгеһе һәм дә Беренсе канал турниры алдынан улар  тәнәфескә күтәренке  кәйефтә туҡтаны.

Юлаевсыларҙан уңышҡа Кулемин, Шмелев һәм икешәр тапҡыр Скориков менән Науменков өлгәште. 

Өфөләр ике мәрәйле булыуына ҡарамаҫтан, өсөнсө баҫҡыта килеүсе "Себер"ҙе әлегә  ҡыуып етә алманы. Әммә айырмаһын икегә ҡыҫҡартты. 

Киләһе уйындар тик 19 декабрҙә башланасаҡ. Юлаевсылар үҙ иайҙанында "Авангард" клубын ҡабул итәсәк. 

фото: ТАСС. 

Ситтән дүрт мәрәй менән
Ситтән дүрт мәрәй менән
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: