Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Декабрь 2022, 13:22

Шәмбелә Өфөлә ҡатнаш алыш бәйгеһе (ММА) буйынса Башҡортостан Республикаһы Кубогына ярыштар үтәсәк!

"Динамо" спорт комплексында ойошторолған спорт сараһы РФ Эске эштәр органдары хеҙмәткәре көнөнә арналасаҡ.

Шәмбелә Өфөлә ҡатнаш алыш бәйгеһе (ММА) буйынса Башҡортостан Республикаһы Кубогына ярыштар үтәсәк!
Шәмбелә Өфөлә ҡатнаш алыш бәйгеһе (ММА) буйынса Башҡортостан Республикаһы Кубогына ярыштар үтәсәк!

 Республиканың бар район-ҡалаларынан йыйылған йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнаш алыш бәйгеһендә ярымфиналға, финалға һәм БР Кубогы өсөн алышасаҡ. 

Сараны асыу тантанаһы төштән һуң сәғәт 5-тә башланасаҡ. 18 финал яуы уҙасаҡ. Кубоктың төп призы - 50 мең һумға сертификат буласаҡ. Уны төбәктең ҡатнаш алыш бәйгеһе (ММА) федерацияһы партнеры - БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы булдырған. 

Килегеҙ, ҡарағыҙ, "ауырығыҙ"!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: