Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Декабрь 2022, 12:05

Һуңғы ике сирекфиналсы билдәле буласаҡ

Бөгөн футбол буйынса донъя чемпионатының сираттағы осрашыуында Португалия командаһы Швейцарий уйынсылары менән уйнаһа, испандар иһә Марокко футболсылары менән көс һынашасаҡ.  

Кисә Хорватия командаһы япондар менән еңеүсене асыҡлай алмағас, пенальти серияһында тәүгеләре мәргәнерәк булып сыҡты. Бразилия уйынсылары Көньяҡ Корея командаһына өмөт ҡалдырмай, уларҙы 4:1 иҫәбенә отто һәм ярымфиналға сығыр өсөн Хорватия футболсылары менән уйнаясаҡ.

фото: ТАСС. 

Һуңғы ике сирекфиналсы билдәле буласаҡ
Һуңғы ике сирекфиналсы билдәле буласаҡ
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: