Англия командаһы Сенегал уйынсыларын 3:0 иҫәбенә отһа, Франция футболсылары иһә, поляктарҙы өйөнә ҡайтарҙы. Бер Левандовский менән генә бер ни ҡылып булмай шул һәм улар донъя чемпионына 3:1 иҫәбенә еңелде.
Шулай итеп сирекфиналда Англия менән Франция командалары үҙ ара осрашасаҡ. Уға тиклем Нидерланды футболсылары менән Аргентина уйынсылары сирекфиналға сыҡҡайны.
Бөгөн япондар менән хорваттар һәм Бразилия командаһы менән Көньяҡ Корея футболсылары уйнай.
фото: ТАСС.