Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Декабрь 2022, 09:25

Месси яйлап хыялына ирешмәксе...

Кисә футбол буйынса донъя чемпионатының тәүге сирекфиналсылары билдәле булды.  

Башта Нидерланды командаһы АҠШ футболсыларын 3:1 иҫәбенә еңеп, уңышҡа ҡаҙанһа, һуңынан Аргентина уйынсылары Австралия командаһын 2:1 иҫәбенә отто.

Шулай итеп, ярымфиналға сығар өсөн улар үҙ-ара уйнаясаҡ.

Бөгөн дә ике сирекфиналсы асыҡланасаҡ. Франция футболсылары поляктар менән уйнаһа, Англия командаһы иһә Сенегалға һынау тота.  

Фото: ТАСС. 

Месси яйлап хыялына ирешмәксе...
Месси яйлап хыялына ирешмәксе...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: