Әлеге ваҡытта саңғыла йүгереү, биатлон буйынса Рәсәй кубогы этаптарының ярыштары бара. Мәҫәлән кисә биатлондан спринт бәйгеһе уҙҙы. Ир-ат араһынан Даниил Серохвостов беренсе булһа, Иван Колотов – икенсе һәм Василий Томшин финишта өсөнсө ваҡыт күрһәтте. Төп команданан Кәрим Хәлили – дүртенсе, Матвей Елисее – 12-се, Евгений Гараничев – 33-сө һәм Антон Бабиков ете тапҡыр яҙа атып, тик 46-сы булып ярышты тамамлай. Латипов менән Логинов бөтөнләй ҡатнашмағандар.Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Ирина Казакевич – беренсе, Виктория Сливко - икенсе һәм Тамара Дербушова өсөнсө урын яулай.
фото: ТАСС.