Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Декабрь 2022, 11:45

Плей-офф уйындарына ла ваҡыт етте

Шулай итеп  футбол буйынса донъя беренселегенең төркөм осрашыуҙары тамамланып, хәл иткес плей-офф уйындары башлана.  

Кисә ҡалған бер бәхетле  урынға Швейцария уйынсылары сербтарҙы 3:2 иҫәбенә еңеп, инеп баҫты.

Бөгөн 1/8 финал уйындарына аяҡ баҫып,  Нидерланды командаһы АҠШ футболсылары менән осрашһа, һуңғараҡ Аргентина уйынсылары Австралия менән көс һынашасаҡ.

Ҡалған уйындар ошо юҫыҡта үтәсәк: 4 декабрь.  Франция – Польша, Англия – Сенегал. 5 декабрь. Япония – Хорватия, Бразилия – Көньяҡ Корея. 6 декабрь. Марокко – Испания, Португалия – Швейцария.

Фото: ТАСС. 

Плей-офф уйындарына ла ваҡыт етте
Плей-офф уйындарына ла ваҡыт етте
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: