Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Декабрь 2022, 21:25

Тырыша торғас, еңделәр...

Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы Силәбенең “Трактор” клубын ҡабул итеп, уларҙы  6:4 иҫәбенә отто.  

Быға тиклем уҙған ике осрашыуҙа ла өфөләр өҫтөнлөк иткәйне. Һәм был юлы ла тырыша торғас, өҫтөнлөк хужалар яғында булды. Голдарҙы өфөләрҙән Коледов, Шмелев, Аймурзин, Антипин,Санников һәм Башкиров индерҙе. 

Хәҙер юлаевсылар 45 мәрәй менән бишенсе баҫҡысҡа күтәрелде. Декабрҙә үтәсәк КХЛ “йондоҙҙары” бәйгеһе алдынан беҙҙекеләр ситтә өс осрашыу уҙғарасаҡ. Улар “Барыҫ”, “Авангард” һәм “Себер” командалары менән сәкәләшә.
Турнир таблицаһына күҙ һалғанда, 51 мәрәй менән “Автомобилист” клубы йәнә юғарыға күтәрелде. Икенсе баҫҡыста урын алған “Металлург” унан бер мәрәйгә ҡалышһа, “Себер” уйынсылары иҫәбендә – 49 мәрәй. “Адмирал” 46 мәрәй менән дүртенсе булһа, юлаевсылар – алтынсы (43 мәрәй).
Көнбайыш конференцияһында СКА командаһы күптән алдынғылыҡты бирмәй. Ул 61 мәрәй яулап, икенсе баҫҡыста урынлашҡан ЦСКА-нан ун мәрәйгә өҫтөнлөк итә. Өсөнсөлә – “Локомотив” (50 мәрәй).
“Сочи” хоккейсылары һаман еңелеүҙәренән арына алмай, моғайын, плей-оффҡа өмөтөн өҙгәндер. Ә бына Көнсығышта көсөргәнешлек артҡандан-арта бара. Иң аҫҡы баҫҡыста торған “Нефтехимик” командаһы плей-офф зонаһынан өс мәрәйгә, “Трактор”менән "Барыҫ"  бер мәрәйгә генә ҡалыша.

фото: ТАСС. 

Тырыша торғас, еңделәр...
Тырыша торғас, еңделәр...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: