Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Декабрь 2022, 08:10

Испандар ҙа поляктарҙың юлын ҡабатланы...

Кисә футбол буйынса донъя чемпионатының “Е” менән “F” төркөмдәре һуңғы  осрашыуҙарын уҙғарып, уның дүрт финалсыһын асыҡланы.  

Беренселектең төп дәғүәселәренең береһе - Испания командаһы япондар  менән уйнап, уларға 1:2 иҫәбенә отолһа ла, икенсе урындан плей-оффҡа сыҡты. Сөнки улар немецтар менән бер үк мәрәй йыйһа ла, туп айырмаһы буйынса юлын дауам итте, ә Германия уйынсылары башҡалар артынан эйәреп, өйөнә ҡайтырға мәжбүр.  Немецтар уҙған уйында Коста-Рика уйынсыларын еңде, әммә шул туп арҡаһында  чемпионат менән хушлашты.  Икенсе төркөмдә иһә Хорватия футболсылары Бельгияныҡылар менән мәрәй бүлешеп, икенсе урын яуланы.  Марокко командаһы Канада уйынсыларын отоп, төркөмдә беренсе урын яулап, хорваттар менән 1/8 финалда уйнаясаҡ.

Шулай итеп, плей-оффҡа Бразилия, Португалия, Франция, Нидерланды, Сенегал, Англия, АҠШ, Аргентина, Польша, Австралия, Марокко, Хорватия, Япония һәм Испания футболсылары сыҡты.

Бөгөн һуңғы ике финалсы билдәле буласаҡ.

Фото: ТАСС. 

Испандар ҙа поляктарҙың юлын ҡабатланы...
Испандар ҙа поляктарҙың юлын ҡабатланы...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: