Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Ноябрь , 10:45

Роналду үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙы

Кисә футбол буйынса донъя беренселеге төркөм осрашыуҙарының беренсе туры дүрт уйын менән тамамланды.  

Чемпионлыҡҡа беренселек һайын төп дәғүәсеһе булып һаналған Бразилия командаһы Сербия менән уйнап, уларҙы 2:0 иҫәбенә еңде. Шул уҡ төркөмдән Швейцария футболсылары Камерунды 1:0 иҫәбенә отто. Ә инде Португалия командаһы Ганаға һынау тотто һәм  көсөргәнешле бәйге 3:2 тәүгеһенең файҙаһына тамамланды. Бында данлыҡлы Роналду ла үҙ иҫәбенә гол яҙып, бишенсе чемпионат рәттән уңышһыҙ ҡалмай. Ул был йәһәттән, үҙенсә рекорд та ҡуйҙы. Улар төркөмөндә сығыш яһаған Уругвай уйынсылары иһә, Көньяҡ Корея менән еңеүсене асыҡлай алманы.

Фото: ТАСС. 

Роналду үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙы
Роналду үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙы
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас в