Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Ноябрь 2022, 10:45

Аргентина артынан, немецтар ҙа "һемәйҙе..."

Шулай итеп, уҙған аҙнала Катарҙа башланған футбол буйынса донъя беренселегенең 22-се чемпионаты бөгөн дүрт уйыны менән беренсе турын тамамлай.   

Швейцария командаһы  Камерун уйынсылары менән уйнаһа, Бразилия футболсылары  Сербияға һынау тотасаҡ. Ә инде  Уругвай командаһы Көньяҡ Корея менән һәм Португалия уйынсылары Гана менән осраша. 

Ә инде кисә, Аргентина командаһы кеүек төп призға дәғүәсе булған Германия командаһы Япония уйынсыларына еңелде. Бында ла күберәк ваҡыт немецтар өҫтөнлөк итте һәм уларҙың иҫәпте арттырыуға мөмкинлеге башта күберәк булды. Беренсе осорҙа пенальти тибеп алға сыҡҡас, һуңғыһында япондар ике тапҡыр уңышҡа өлгәшә һәм тарихи еңеү яулай. Шул уҡ төркөмдән, уҙған беренселек финалсыһы – Хорватия уйынсылары Марокко командаһы менән осрашты. Хорваттар состав яғынан дәғүәсеһенә ҡарағанда “йондоҙ”лораҡ булһа ла, Марокко футболсылары лайыҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә һәм бәйге 0:0 иҫәбенә тамамлана.
Испандар һағайтты. Әгәр былай уйнаһалар, моғайын чемпионлыҡҡа төп дәғүәсе булыр. Улар Коста-Рика уйынсыларына туп та бирмәй, дәғүәсеһен 7:0 иҫәбенә ҡыйратты. Әлбиттә, Коста-Рика командаһы кимәл яғынан уларҙан күпкә ҡалыша, әммә Испания футболсылары ысынында чемпиондарса уйын күрһәтте.
Уҙған чемпионатта бронза миҙалға лайыҡ булған Бельгия уйынсылары ла бит үҙ тарихында тәүгә ҙур футбол беренселегендә ҡатнашҡан Канада командаһы менән көс һынашты. Тик тәүгеһе, әллә ни матур уйын күрһәтмәй, “саған япраҡ”тарын саҡ отто. Хоккей иле командаһының бер мәл алға сығырға ла форсаты бар ине, әммә тегеләрҙең ҡапҡасыһы тәғәйенләнгән пенальтины ҡаҡлыҡтырып, иптәштәрендә еңеүгә өмөт уятты. Ғөмүмән, беренсе осорҙа Канада командаһы күп ваҡыт өҫтөнлөк итә. Тик Бельгияның тәжрибәлелеге уңышҡа килтерә һәм ул дәғүәсеһен 1:0 иҫәбенә ота.

Фото: ТАСС. 

Аргентина артынан, немецтар ҙа "һемәйҙе..."
Аргентина артынан, немецтар ҙа "һемәйҙе..."
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: