“Авангард”тан башланғайны, шунан һуң беҙҙекеләр “Сочи”, “Себер”, ике тапҡыр “Барыҫ” һәм уҙғанында “Металлург” клубына еңелде. Беренсе урындан бишенсегә килеп төштө. Дәғүәселәре лә турҙан-турға алға һыпырта. “Металлург” иҫәбендә хәҙер 48 мәрәй булһа, “Автомобилист” – 46, “Себер” – 45, “Адмирал” – 42 һәм юлаевсылар иҫәбендә – 41 мәрәй.
Иртәгә өфөләр үҙ майҙанында шуларҙың береһе – “Автомобилист” клубына ҡаршы һынау тота. Әллә, был юлы ла отолһа, киләсәктә нисек булыр...
Көнбайыш конференцияһында СКА командаһы күптән алдынғылыҡты бирмәй килә. Улар 56 мәрәй менән икенсе баҫҡыста урынлашҡан ЦСКА-нан туғыҙ мәрәйгә өҫтөнлөк итә. “Торпедо” менән “Локомотив” 44-әр мәрәй яулап, өсөнсө-дүртенсе урындарҙы бүлешә.
фото: ТАСС.