Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ноябрь 2022, 07:20

Дүрт туп индереп еңелделәр...

Кисә футбол буйынса донъя беренселегенең өсөнсө ярыш көнөндә дүрт осрашыу уҙҙы.  

Башта Аргентина командаһы Сәғүд Ғәрәбстаны уйынсылары менән уйнап, көтмәгәндә уларға 1:2 иҫәбенә еңелде. Бишенсе чемпионатта ҡатнашҡан билдәле Месси һәм уның командаһы күп ваҡыт дәғүәсеһенән өҫтөнлөк итһә лә, һөҙөмтәлә уларҙан күпкә көсһөҙөрәк сөғүдтәргә отолдо.  Ә бит беренсе осорҙа Аргентина уйынсылары  дүрт тапҡыр дәғүәсеһенең ҡапҡаһын “борсой”. Тик хөкүм итеүселәр бер генә голын һанай. Ә инде һуңғы осорҙа  Сәғүд Ғәрәбстаны ике яуапһыҙ гол индереп, чемпионатта сенсация яһай. Ике бәйгелә еңеүсе асыҡланмай. Дания менән Тунис һәм Польша менән Мексика футболсылары 0:0 иҫәбенә таралыша. Уҙған беренселек еңеүсеһе Франция командаһы Австралияны 4:1 иҫәбенә ота.

Бөгөн йәнә дүрт уйын уҙасаҡ. Германия – Япония, Испания – Коста-Рика, Марокко – Хорватия һәм Бельгия – Канада менән уйнай.

Фото: ТАСС. 

Дүрт туп индереп  еңелделәр...
Дүрт туп индереп еңелделәр...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: