Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Ноябрь 2022, 06:45

Дүрт уйында 14 гол

Кисә футбол буйынса донъя беренселегенең икенсе ярыш көнөндә “А” һәм “В” төркөм осрашыуҙарының беренсе һөҙөмтәләре билдәле булды.  

“А” төркөмөнән Эквадор командаһы Катар уйынсыларын еңгәс, иртәгәһенә  Нидерланды менән Африканың  көслө Сенегал футболсылары осрашты һәм тәүгеһе дәғүәсеһен 2:0 иҫәбенә отто. Киләһе турҙа  Эквадор менән Нидерланды үҙ-ара көс һынашһа, Сенегал командаһы турнир хужалары менән уйнаясаҡ.

“В” группаһында Англия уйынсылары Иранды 6:2 иҫәбенә ҡыйратһа, АҠШ менән Уэльс уйынсылары 1:1 иҫәбенә таралышты.

Бөгөн“С”  менән “D” төркөмө командалары алышҡа сыға. Аргентина Сәғүд Ғәрәбстаны командаһы менән Мексика уйынсылары Польшаға һынау тотасаҡ. Икенсеһендә Дания – Тунис һәм Франция футболсылары Австралия менән осрашасаҡ.

Фото: ТАСС.

Дүрт уйында 14 гол
Дүрт уйында 14 гол
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: