Һигеҙ төркөмгә бүленгән 32 команда бер ай буйы төп приз өсөн көс һынашасаҡ. Уҙған аҙнала һәр береһе составы менән таныштырып, Рәсәй чемпионатынан ике футболсыға ла урын табылды. “Зенит” клубында сығыш яһаған Хорватия уйынсыһы Деян Ловрен менән “Динамо”нан Камерун ярымһаҡсыһы Муми Нгамале. Рәсәйгә ҡарата ҡараш үҙгәрһә, әлбиттә, улар күберәк булыр ине. Мәҫәлән, уҙған бәйгелә беҙҙең чемпионаттан 15 легионер үҙ иленең намыҫын яҡлағайны.
Шулай итеп, командалар ошондай тәртиптә төркөмдәргә бүленде:
“А” төркөмө - Катар, Эквадор, Сенегал, Нидерланды.
“В” төркөмө - Англия, Иран, АҠШ, Уэльс.
“С” төркөмө – Аргентина, Сәғүд Ғәрәбстаны, Мексика, Польша.
“D” төркөмө – Франция, Австралия, Дания, Тунис.
“Е” төркөмө – Испания, Коста-Рика, Германия, Япония.
“F” төркөмө – Бельгия, Канада, Марокко, Хорватия.
“G” төркөмө – Бразилия, Сербия, Швейцария, Камерун.
“Н” төркөмө – Португалия, Гана, Уругвай, Көньяҡ Корея.
Дүрт тапҡыр донъя чемпионы, бынан ике йыл элек Европа беренселегендә төп призды яулаған Италия командаһы рәттән икенсе чемпионатты өйөндә күҙәтәсәк.
Уҙған беренселектә Франция футболсылары чемпион булғайны.
Чемпионат тарихына әйләнеп ҡайтҡанда, унда ни бары һигеҙ ил генә еңеү бәхетен кисерә. Иң күп уңыш Бразилия уйынсыларына йылмая. Улар биш тапҡыр төп Кубокты яулай. Германия менән Италия командалары дүртәр тапҡыр еңеүсе була. Аргентина, Уругвай һәм Франция уйынсылары икешәр тапҡыр уңышҡа өлгәшә. Инглиздәр менән испандар берәр тапҡыр чемпион исемен ала. Ә инде беренсе еңеүҙе 1930 йылда Уругвай командаһы яулай.
Фото: ТАСС.