Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Ноябрь 2022, 12:00

Дәғүәселәр тик тормай...

Бөгөн “Салауат Юлаев”  командаһы үҙ майҙанындағы дүртенсе осрашыуҙа үксәһенә баҫып килгән “Себер” клубын ҡабул итә.  

Новосибирск уйынсылары әлегә 32 уйындан һуң 39 мәрәй яулап, өфөләрҙән ике мәрәйгә ҡала турнир таблицаһының бишенсе баҫҡысын биләй. Ә инде башынан аша һикергән “Адмирал”, хатта, 40 мәрәй менән  дүртенсе урынға менеп баҫты.

Юлаевсылар һуңғы өс бәйгелә ике генә мәрәй яулап, бер аҙ юғалтыу кисерҙе. Шуға ла башҡалар быны оҫта файҙаланып, беҙҙекеләрҙе юғарынан ҡыҫырыҡлап төшөрҙө, ә аҫтағылар эргәһенә һыйынды.

Фото: ТАСС.

Дәғүәселәр тик тормай...
Дәғүәселәр тик тормай...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: