Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Ноябрь 2022, 10:15

"Авангард" етенсегә еңде, "Аҡ барс" СКА-ны "ауҙарҙы..."

Кисә КХЛ беренселегенең сираттағы турында "Авангард" командаһы дәғүәсеһен отоп, етенсе уйын рәттән еңеү яулаһа, "Аҡ барс" клубы иһә, Радуловтың тырышлығы менән Көнбайыш конференцияһы лидерын алдырҙы.

Знароктың тәрбиәләнеүселәре еңеү яулағас, хатта уларҙың көйәрмәне шатлығынан боҙ майҙансығына сығып, үҙенсә ҡыуанысын белдерҙе. Омск өлкәһе уйынсылары ла етенсе осрашыу рәттән мәрәй яулауын дауам итте. "Автомобилист" та "Металлург" командаһын өҫтәмә ваҡытта отоп, лидерлығын нығыта төштө. Ә инде  “Салауат Юлаев” клубы иртәгә үҙ майҙанында  “Себер” хоккейсыларын ҡабул итә.
Беҙҙекеләр уға тиклем өс уйында өс еңелеү кисерһә лә, ҡумтаһын ике мәрәйгә байытты. Улар “Аҡ барс” клубына буллит һәм Көнбайыш конференцияһы аутсайдеры “Сочи” уйынсыларына өҫтәмә ваҡытта отолдо. Ғөмүмән, өфөләр дәғүәсеһе менән тигеҙ иҫәпкә уйнап, һуңғы арала ғына өс мәртәбә буллитта һәм береһендә овертаймда еңелде. Тимәк, был йәһәттән дә эште яйларға ваҡыт.
Әлегә улар 30 уйындан һуң 41 мәрәй яулап,  үҙ Конференцияһында өсөнсө урында килә.  “Себер” иһә, бишенсе (37 мәрәй).

фото: ТАСС. 

"Авангард" етенсегә еңде, "Аҡ барс" СКА-ны "ауҙарҙы..."
"Авангард" етенсегә еңде, "Аҡ барс" СКА-ны "ауҙарҙы..."
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: