Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Ноябрь 2022, 21:25

Өс уйында өс еңелеү

“Салауат Юлаев”  командаһы үҙ майҙанында уҙғарған һуңғы өс осрашыуҙа ла  еңелеү кисерҙе.    

Яңыраҡ улар хатта Көнбайыш конференцияһы аутсайдеры “Сочи” уйынсыларына  ҡаршы әллә ни ҡыла алманы. Һуңғы арала юлаевсылар дәғүәселәрҙең ҡапҡаһын түгел, ә үҙҙәренекен “сылата” башланы... Уҙғанында Науменков ҡулы менән ҡапҡабыҙға гол индерһә, был юлы бер файҙаһыҙ Тимкин да үҙ исемен теркәргә булды.  Шулай ҙа төп ваҡытта хужалар еңелеүҙән ҡотолдо, әммә өҫтәмә ваҡытта “Сочи” тырышлығы менән  барыбер еңеүҙе тартып алды.

Киләһе  дәғүәсеһе “Себер” буласаҡ.

фото: ТАСС.

Өс уйында өс еңелеү
Өс уйында өс еңелеү
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: