Улар нейтраль флаг аҫтында 13 алтын, 3 көмөш һәм 3 бронза миҙал яулап, бар тиерлек наградаға эйә булды. Миҙал күрһәткесе буйынса икенсе урын яулаған Ҡырғыҙстан көрәшселәре бары 2 юғары наградаға өлгәште.
Беҙҙең спортсылар донъялағы бар ярыштарҙан ситләтелһә лә, халыҡ-ара самбо федерацияһы үҙ позицияһында ҡалып, Рәсәй менән Беларусь вөкилдәрен үҙ байрағы аҫтында ҡатнаштырҙы һәм һөҙөмтәһен үҙегеҙ күреп тораһығыҙ.
Фото: ТАСС.