Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Ноябрь 2022, 09:25

Рәсәйһеҙ булмай шул...

2024 йылда хоккей буйынса Донъя кубогы турниры уҙырға тейеш ине.  

Әммә донъялағы сыуалыш һәм дә башҡа сәбәптәр арҡаһында,  бәйгене 2025 йылға күсерҙеләр. Йәнәһе барыһы ла үҙгәрер, донъя ла үҙ яйына ҡайтыр тип, турнирҙы кисектереп торҙолар. Сөнки унда Рәсәй уйынсыларының ҡатнашмауы мөмкин ине. Европаның бар командалары ла беҙҙең ҡатнашыуға ҡаршы сыҡты. Шуға ла турнирҙың босстары Рәсәйһеҙ бәйге төҫһөҙ буласаҡ тип,  бер йылға шылдырҙылар. Тик бына әлеге “йондоҙ”ҙар ул ваҡытта уйнай алырмы,  шул һорау тыуа...  Сөнки Александр Овечкинға 40 йәш булһа, Синди Кросбиға - 38, Евгений Малкинға  39 йәш буласаҡ. Башҡа “йондоҙ”ҙар ҙа ул ваҡытҡа сәкәндәрен һөйәүе мөмкин...

Фото: ТАСС. 

Рәсәйһеҙ булмай шул...
Рәсәйһеҙ булмай шул...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: