+20 °С
Болотло
Октябрь аҙағында уҙған бәйгелә, өфөләр ҡунаҡтарҙы 5:1 иҫәбенә отҡайны. Ғөмүмән, Ҡаҙағстан клубы уртаса сығыш яһап, әлегә 26 мәрәй менән Көнсығыш конференцияһында туғыҙынсы урынды биләй. Улар плей-офф зонаһында йәбешеп торған “Трактор”ҙан бер генә мәрәйгә ҡалыша. Юлаевсылар иһә, “Автомобилист” командаһы менән 40-ар мәрәй яулап, беренсе-икенсе урындарҙы бүлешә. Өсөнсө урында килгән “Металлург” уларҙан бер мәрәйгә ҡалыша.
фото: ТАСС.