Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Ноябрь 2022, 15:33

«Киләсәктә был ярыштар халыҡ-ара кимәлдә үткәрелер, тип ышанам»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров самбо буйынса тәүге  тапҡыр үткән «Йондоҙ»  Бөтә Рәсәй балалар турнирын асыу тантанаһында ҡатнашты. Ярыштар Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә башланды. Турнир махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Рәсәй Геройҙары Максим Серафимов, Тамерлан Илһамов һәм Игорь Нәсибуллин иҫтәлегенә арналған.

«Киләсәктә был ярыштар халыҡ-ара кимәлдә үткәрелер, тип ышанам»
«Киләсәктә был ярыштар халыҡ-ара кимәлдә үткәрелер, тип ышанам»

– Өфө йәнә иғтибар үҙәгендә. Самбо буйынса «Йондоҙ» Бөтә Рәсәй балалар турнирына Рәсәйҙең 18 төбәгенән һәм туғандаш Белорусь республикаһынан  700-гә яҡын йәш спортсы килде.

Самбо - бик ҡыйыуҙар спорты. Һәр спорт көрәше кеүек, ул холоҡто сыныҡтыра,  сыҙамлылыҡ тәрбиәләй һәм еңеүгә ынтылыш булдыра, яҡшы физик әҙерлек бирә.

Турнир Рәсәй Геройҙары Максим Серафимов, Тамерлан Илһамов, Игорь Нәсибуллин  һәм башҡа Ватанды һаҡлаусыларҙың  иҫтәлегенә арналды. Беҙҙең яугирҙар киләсәкте йәш быуынға һаҡлап ҡалыу өсөн ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя.

Ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла - ғәҙел спорт көрәше, тренерҙарға – тәрбиәләнеүселәренең оҫталығынан кинәнес алыуҙы, ә көйәрмәндәргә онотолмаҫ тәьҫорат алыуҙарын теләйем! Турнир бик кәрәк, шуға күрә уны спорт министрлығының берҙәм календарь планына индерербеҙ. Киләсәктә был ярыштар халыҡ-ара кимәлдә үткәрелер, тип ышанам, – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: