Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Ноябрь 2022, 19:45

“Автомобилист” юлаевсыларҙы ҡыҫырыҡланы...

Бөгөн яҡташыбыҙ етәкләгән Николай Заварухиндың  “Автомобилист” командаһы “Витязь” клубын еңеп, Көнсығыш конференцияһында лидер булып китте.  

Улар мәрәй һаны буйынса өфөләр менән бер тиң булһа ла, башҡа күрһәткестәр буйынса “Салауат Юлаев”тан алдараҡ тора. Шулай ҙа Екатеринбург уйынсылары беҙҙекеләрҙән бер уйынға күберәк уҙғарған.Шуға күрә әгәр иртәгә юлаевсылар “Барыҫ”ты алдырһа, ҡабаттан юғары баҫҡысҡа менеп баҫыуы ихтимал. Тик уның өсөн Ҡаҙағстан хоккейсыларын еңергә кәрәк.

Башҡа уйындарға килгәндә, “Адмирал” клубы аптыратыуын дауам итә. Был юлы улар “Трактор” командаһын 1:0 иҫәбенә еңеп, лидерҙарҙан ике генә мәрәйгә ҡала дүртенсе урында урынлашты. Шулай уҡ “Себер” командаһы ла СКА-ны еңеп, 37 мәрәй менән бишенсе баҫҡысты биләй.   Ә инде Көнбайыш лидеры - Питер уйынсылары өсөнсө осрашыу рәттән юғалтыу кисерә.

фото: ТАСС. 

“Автомобилист” юлаевсыларҙы ҡыҫырыҡланы...
“Автомобилист” юлаевсыларҙы ҡыҫырыҡланы...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: