Омск өлкәһе клубы, ниһайәт, төҙөлөп бөткән өр-яңы спорт майҙанына күсеп, көйәрмәндәрен ҡыуандыра башланы. Ысынлап та, баш тренерҙы алмаштырыу файҙаға ғына булды. Ул миҙгел башынан арыу ғына юғалтыу кисереп, хәҙер уйынын рәтләне һәм һөҙөмтәһе лә бар. Беҙгә килгәнгә тиклем, улар Магнитогорскиҙа лидерҙарҙың береһе – “Металлург”ты еңеп, үҙенең көслөлөгөн йәнә иҫбатланы.
Юлаевсыларҙың да эштәре яйлы барған кеүек. Улар һуңғы 12 осрашыуҙа 21 мәрәй яулап, үҙ Конференцияһында юғары баҫҡысҡа үрләне. Ошо арауыҡта уйынсылар дәғүәселәрҙең ҡапҡаһына 39 шайба индереп, үҙ ҡапҡаһына 21-ҙе үткәртте. Был йәһәттән дә маҡтанырлыҡ, сөнки өфөләр Көнбайыш конференцияһы лидеры – СКА менән ҡапҡаларына 48-ҙәр шайба үткәрткән. Әлбиттә, Санкт-Петербург клубы әлегә тиклем ике тапҡыр ғына юғалтыу кисереп, үҙ Конференцияһында алыштырғыһыҙ лидер булып ҡала.
Ғөмүмән, гол+пас системаһы буйынса ла беҙҙекеләр исемлектә юғары урындарҙы биләмәй. Команда лидеры Сергей Шмелев ҡына 19 (10+9) мәрәйе менән дөйөм исемлектә тик 19-сы урында тора. Ә ҡалғандары көслө 30 араһында ла юҡ. Был нимә тураһында һөйләй? тимәк, команда бар составы менән тигеҙ уйнап, һәр береһе дөйөм еңеүгә үҙ өлөшөн индерә, тигән һүҙ. Ҡапҡа һаҡсыларының икеһе лә уйнаһын тип, баш тренер уларҙы алмаш-тилмәш уйната. Ҡыҫҡаса әйткәндә, барыһы ла үҙ эшен белә, тырыша, ышанысты аҡлай.
Беҙҙекеләр быға тиклем “Авангард” командаһы менән уйнап, уларҙы 5:0 иҫәбенә отҡайны.
Фото: ТАСС.