Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Ноябрь 2022, 18:02

Халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале үтәсәк

14 – 19 ноябрҙә баш ҡалабыҙҙа  БДБ дәүләттәре ҡатнашлығында Халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале үтәсәк. Был ярыш 2019 йылдан алып  ойошторола.

Халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале үтәсәк
Халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале үтәсәк

Республикабыҙ әлеге фестивалде беренсе тапҡыр үҙендә ҡабул итә. Бында 13 -15 йәштәге ҡыҙҙар һәм егеттәр командалары ҡатнашасаҡ. Башҡортостанға Әзербайжан, Әрмәнстан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Молдова, Төркмәнстан һәм Рәсәйҙән барлығы 450 йәш спортсы килеүе көтөлә. Спорт ярыштары 7 төр буйынса уҙасаҡ.

Рәсәйҙәге мәктәп спорты федерацияһы башҡарма директоры урынбаҫары Борис Сосков әйтеүенсә, фестивалдә 9 ил спортсыһы ҡатнашасаҡ. Бынан тыш, ярыштарҙа Рәсәй биләмәһендә йәшәгән БДБ илдәре командалары ла көсөн һынаясаҡ. Бынан тыш, ҡатнашыусылар составына РФ субъекттарынан мәктәп беренселектәрендә еңеүсе командалар, шулай уҡ Башҡортостан мәктәптәре командалары ла ингән.

Республиканың Спорт министры Руслан Хәбибов мәғлүмәте буйынса, барлыҡ әҙерлек саралары тулы күләмдә үткәрелгән. Фестивалгә ярашлы,  мини-футбол, волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, бадминтон, шахмат кеүек спорт төрҙәре буйынса ярыштар үтәсәк.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: