Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Ноябрь 2022, 18:00

Афарин, Алтынай!

Яңыраҡ Тольятти ҡалаһында уҙған тхэквондо буйынса халыҡ-ара турнирҙа ун йәшлек Алтынай Малабаева үҙ категорияһында беренсе урын яулап, уңышҡа өлгәште.  

Ике көн буйы барған бәйгелә төрлө төбәктәрҙән 1000-гә яҡын спортсы ҡатнаша. Беҙҙең бәләкәс геройыбыҙ үҙ йәштәштәре араһында уҙған өс алышты ла ваҡытынан алда еңеп, дәғүәселәрен аптырата. Афарин!

Шулай уҡ ул, Башҡортостан беренселегендә лә Татартсанда уҙған ярышта ла алдынғылыҡты бирмәй.

Башҡорт ҡыҙы тыумышы менән Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылынан. Архангель районында ағаһы Азамат Ураҙғоловтың “Молот” спорт мәктәбендә шөғөлләнә.

Фото: Уразгулов А.

Афарин, Алтынай!
Афарин, Алтынай!
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: