Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Ноябрь 2022, 21:40

Юлаевсылар лидерҙы ҡыуып етте

Яңыраҡ “Салауат Юлаев” командаһы ситтәге бәйгеһен дауам итеп, “Нефтехимик” клубын 3:2 иҫәбенә еңде һәм Көнсығыш конференцияһы лидеры “Металлург”ты ҡыуып етте.  

Сөнки Магнитогорск уйынсылары Питерҙа урындағы СКА уйынсыларына 4:3 иҫәбенә отолдо. Хәҙер улар  икеһе 37-шәр мәрәй яулап, беренсе-икенсе урындарҙы бүлешә. Голдарҙы өфөләрҙән Пустозеров, Кадейкин һәм Дроздов индерҙе.  Ғөмүмән, голдар статистикаһына килгәндә юлаевсыларҙан көслө 20 хоккейсы исемлегенә бер Шмелев ҡына ингән. Ул 19 (10+9) мәрәйе менән дөйөм исемлектә 18-се тора. Ғөмүмән. юлаевсылар бер сама тигеҙ уйнап, КХЛ статискаһында иғтибар бирерлек урынды йәлеп итмәй. Ул яҡтан ҡапҡасыларҙың шайба күрһәткесе генә маҡтанырлыҡ. Сөнки ҡапҡа һаҡсылары Кареев менән Ежов икәүһенә   45 шайба үткәртеп, чемпионатта иң юғары күрһәткесенә өлгәшкән.

Фото: ТАСС.  

 

Юлаевсылар лидерҙы ҡыуып етте
Юлаевсылар лидерҙы ҡыуып етте
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: