Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Ноябрь 2022, 09:55

Күршеләр менән икенсе һынау

Бөгөн “Салауат Юлаев” хоккейсылары ситтәге осрашыуҙарын дауам итеп, “Нефтехимик” клубы менән көс һынаша.  

Күршеләрҙең чемпионатта ҡатнашҡан икенсе командаһы ла әллә ни һөҙөмтәле сығыш яһамай. Ул ошо уҙған турҙа  ЦСКА-ны өҫтәмә ваҡытта еңеп, Көнсығыш конференцияһында аҫтан икенсе баҫҡысты биләй. Өфөләр “Нефтехимик” хоккейсылары менән октябрь урталарында осрашҡайны инде һәм беҙҙекеләр уны 4:0 иҫәбенә отто. Һуңғы ике бәйгелә өфөләр дәғүәселәренән буллит серияһында еңелде. Ғөмүмән, “Салауат Юлаев” уйынсылары ошоға тиклем алты мәртәбә еңеүсене буллит серияһында асыҡлай һәм бында тигеҙлек.

Конференцияның дөйөм таблицаһына күҙ һалғанда, әлегә “Металлург” клубы  37 мәрәй менән беренсе булһа, юлаевсылар уларҙан ике мәрәйгә ҡалышып, икенсе. Өсөнсөлә – “Автомобилист” (33 мәрәй). 31 мәрәй яулап, “Себер” уйынсылары дүртенсе булһа, уларҙан бер мәрәйгә ҡалыша “Адмирал” клубы килә.  “Авангард” (27 мәрәй, алтынсы урын), “Аҡ барс” (26 мәрәй, етенсе урын), “Барыҫ” (25 мәрәй, һигеҙенсе).

Фото: ТАСС. 

Күршеләр менән икенсе һынау
Күршеләр менән икенсе һынау
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: