Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Ноябрь 2022, 21:00

ЦСКА футболсылары икенсегә кубоклы булды

Яңыраҡ футбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй кубогының финал осрашыуы булып уҙҙы.  

Унда быйылғы Рәсәй чемпионы “Зенит” командаһы менән ЦСКА клубы уйнап, һөҙөмтәлә әрме һылыуҙары Питер футболсыларын 2:1 иҫәбенә отоп, үҙ тарихында икенсе тапҡыр төп призды яуланы. Ә инде беренсе тапҡыр чемпион булған “Зенит” командаһы икенсе йыл рәттән Кубоктың көмөш миҙалы менән бүләкләнде.

Кубок тарихына килгәндә, ул 1992 йылдан алып уйнатыла. Иң күп тапҡыр уңышҡа “Пермь-2005” клубы өлгәшә. Улар ете тапҡыр кубокты яулай. Һуңғы ике йыл рәттән Мәскәүҙең “Локомотив” һылыуҙары төп призға эйә булғайны.

Фото: ТАСС. 

ЦСКА футболсылары икенсегә кубоклы булды
ЦСКА футболсылары икенсегә кубоклы булды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: