Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Ноябрь 2022, 10:00

“Ағиҙел” – 1-се, “Салауат Юлаев” – 2-се, “Толпар” – 18-се, “Торос” – 20-се

Республикабыҙҙан Рәсәй чемпионатында ҡатнашҡан юғарылағы командалар төрлөһө төрлөсә сығыш яһап, һәүетемсә уңышҡа ҡаҙана.  

Әйтәйек, “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙ хоккейсылары чемпионат тарихынан алып, бер генә тапҡыр миҙалһыҙ ҡала һәм ҡалғандарында өс алтын, өс көмөш һәм дүрт бронза миҙал яулап, Рәсәйҙә иң уңышлыларынан һынала. Быйыл да 12 осрашыуҙа 12 еңеү яулап, алдынғылыҡты бирмәй. Гагарин кубогына эйә булған “Салауат Юлаев” командаһы ла күп лидерҙарын юғалтып, булғанымы менән уңышлы ғына һөҙөмтәгә өлгәшә. Миҙгел башында клуб етәкселеге лә командаға маҡсат ҡуймай, нисек була шулай булыр тигән ҡараш менән киләсәккә өмөтләндермәне.   Үҫмерҙәр лигаһында тотороҡло ғына уйнаған “Толпар” уйынсылары әлегә тиҙлек ала алмай йонсой. Ул чемпионатта өс тапҡыр өсөнсө урын алып, бер мәртәбә даими беренселектә юғары уңышҡа өлгәште. Өс тапҡыр Братина кубогына эйә булған Нефтекаманың “Торос” клубы, быйылғы беренселекте уңышһыҙ башланы. Ул хатта бер мәл, оҙаҡ ваҡыт аутсайдер булып һөйрәлде. Һәм бына хәҙер хәлен бер аҙ яҡшыртып, плей-офф зонаһына яҡынлашты.  

фото: ТАСС.

“Ағиҙел” – 1-се, “Салауат Юлаев” – 2-се, “Толпар” – 18-се, “Торос” – 20-се
“Ағиҙел” – 1-се, “Салауат Юлаев” – 2-се, “Толпар” – 18-се, “Торос” – 20-се
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: