Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Ноябрь 2022, 23:25

Йәнә буллитта отолдо...

Яңыраҡ “Салауат Юлаев” хоккейсылары Ҡазанда урындағы “Аҡ барс” клубы менән осрашты.  

Төп һәм өҫтәмә ваҡытта еңеүсене асыҡлай алмағас (1:1), буллит серияһында “Аҡ барс” мәргәнерәк булып сыға. Шулай итеп, юлаевсылар икенсе уйын рәттән буллит серияһында отолдо.  Осрашыуға килгәндә, беренсе булып иҫәпте өфөләр аса. Икенсе осорҙа Башкировтың пасын Алалыкин оҫта файҙалана. Ә инде һуңғы 20 минутта хужалар иҫәпте тигеҙләй. Был еңеүҙән һуң, "Аҡ барс" хәлен бер аҙ яҡшыртып, турнир таблицаһының етенсе баҫҡысына күтәрелде. Беҙҙекеләр иһә, 35 мәрәй менән - икенсе. 

Фото: ТАСС. 

Йәнә буллитта отолдо...
Йәнә буллитта отолдо...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: