Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Ноябрь , 07:15

Башҡа сара юҡ...

Саңғыла  йүгереү буйынса дүрт тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы, дүрт тапҡыр көмөш һәм ике тапҡыр  бронза миҙал призеры, донъя беренселеге еңеүсеһе һәм призеры Александр Большунов оҙаҡламай Хакасияла буласаҡ Рәсәй кубогы ярыштарында ҡатнашыуын белдерҙе.  

Шулай уҡ Олимпия уйындары чемпионы һәм призеры Наталья Непряева менән Олимпия уйындары чемпионы һәм призеры Юлия Ступак та илебеҙ ярыштарында ҡатнашасаҡ.  Нишләйһең, уларға башҡа сара юҡ. Сөнки халыҡ-ара саңғы федерерацияһы донъяның башҡа спорт етәкселәре кеүек, беҙҙекеләрҙе ярыштырмаҫҡа булды. Ҡышҡы спорт төрҙәренән беҙҙекеләр һәр ваҡыт донъяла  иң көслөләрҙән һыналды. Хәҙер төп конкурент булмағас, башҡалар ҡыуанаҙыр инде.Ә ярыштар Норвегияның асыҡ беренселегенә әйләнәсәк.  Йәл...

Фото: ТАСС. 

Башҡа сара юҡ...
Башҡа сара юҡ...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас в