Әлегә беҙҙекеләр 16 мәрәй менән турнир таблицаһының 13-сө баҫҡысында урын алды. Уйлап ҡараһаң, эштәре көйһөҙ һымаҡ. Команда турҙан-турға һөҙөмтәһеҙ сығыш яһап, аҫҡа тәгәрәүен дауам итә. Уҙған турҙа ла Красноярскиға барып, урындағы “Енисей” клубына 3:1 иҫәбенә еңелде.
Клубтың өлкән тренеры Николай Сафрониди ҙа, етәкселектән аныҡ яуап көтөп, команданың киләсәге хаҡында борсолоуын белдерҙе.
Бынан биш-алты йыл элек Рәсәй Премьер-лигаһында “Зенит”, “Спартак”, ЦСКА кеүек клубтарҙың нервыларын ҡаҡшатып, алтынсы-етенсе урын яулаған “Өфө” командаһының да йондоҙло сәғәте һүнерме инде...
фото: ТАСС.