Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Октябрь 2022, 10:15

Ҡаҙаҡтар килә ҡунаҡҡа…

Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы, үҙ майҙанындағы осрашыуҙарын дауам итеп, Ҡаҙағстандың “Барыҫ” уйынсыларын ҡабул итә.  

Өфөләр “Аҡ барс” менән өсөнсөгә уйнаһа ла, “Барыҫ” клубы менән тәүгә сәкәләшә. Ҡаҙаҡтар әлегә, 23 мәрәй йыйып, Көнсығыш конференцияһында алтынсы баҫҡысты биләй. Улар һуңғы дүрт уйында дәғүәселәренә еңелеп, һөҙөмтәгә өлгәшә алмай йонсой.

Ә инде өфөләрҙең сығышына килгәндә, улар һуңғы биш осрашыуҙа биш еңеү яулап, көйәрмәндәрен ҡыуандырҙы. Бигерәк тә төп дәғүәсеһе – “йондоҙ”ло “Аҡ барс” уйынсыларын  ике рәт еңеп, киләсәккә өмөт уятты. Сөнки юлаевсылар һуңғы уйындарҙа уларҙы еңә алмай бер булды. Сентябрҙә уҙған бәйгелә лә беҙҙекеләр күршеләрҙән 0:3 иҫәбенә отолғайны. Шуныһы ҡыҙыҡ: “Аҡ барс” командаһы шул еңеүҙән һуң “соҡор”ға төшөп, дәғүәселәрен алдыра алмай эт булһа, өфөләр, киреһенсә, һуңғы 11 осрашыуҙа 9 еңеү яуланы.

Шулай итеп, “Салауат Юлаев” хоккейсылары 22 уйындан һуң 31 мәрәй яулап, икенсе урында килгән “Автомобилист” клубы менән тиңләште. Юғарыла – “Металлург” (37 мәрәй).

Фото: ТАСС. 

Ҡаҙаҡтар килә ҡунаҡҡа…
Ҡаҙаҡтар килә ҡунаҡҡа…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: