Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Октябрь , 21:20

11 осрашыуҙа 9 еңеү!

Яңыраҡ “Салауат Юлаев” командаһы “Аҡ барс” клубын  ҡабул итеп,  йәнә өҫтөнлөк итте.  

Хужаларҙың дүрт шайбаһына ҡунаҡтар берәү менән яуап бирҙе. Голдарҙы өфөләрҙән Дроздов, Картаев һәм ике тапҡыр Шмелев индерҙе. Ғөмүмән. һуңғы алты уйында һаҡсы Шакир Мәхәмәҙуллин ике гол һәм дүрт тапҡыр гол индереүҙә булышлыҡ итһә, Александр Хмелевский (2+3) менән Райан Мерфи (1+4) мәрәй йыйҙы.

Шулай итеп,”Салауат Юлаев” командаһы һуңғы 11 осрашыуҙа 9 еңеү яулап, уңышлы һөҙөмтә күрһәтте. Әлегә улар 31 мәрәй яулап, икенсе урында килгән “Автомобилист” клубы менән тиңләште.

Фото: ТАСС. 

11 осрашыуҙа 9 еңеү!
11 осрашыуҙа 9 еңеү!
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас в