Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Октябрь 2022, 14:10

“Өфө”нө лә “Содовик”тың яҙмышы көтәме?..

Күптәр иҫләйҙер, заманында Стәрлетамаҡ ҡалаһының билдәле генә “Содовик” футбол клубы була торғайны.  

Улар Рәсәй беренсе лигаһында уңышлы ғына уйнап. хатта һуңғы миҙгелендә юғары алтынсы урынға ла сыҡты. Тик финанс ауырлыҡтар кисереп, 2007 йылда юҡҡа сыҡты. Хәҙер бына “Өфө”гә лә сират етте, буғай. Команда етәкселеге уйынсыларына эш хаҡы түләр өсөн үҙенең һәйбәт кенә футболсыларын һатып, быйылға ауырлыҡтан сыҡҡан. Тик артабан клубтың эшен дауам итер өсөн аҡсаһы юҡ. Шуға ла быйылғы миҙгелде тамамлап сыҡһаҡ, яҡшы булыр ине тиҙәр.

“Бынан өс йыл элек ошо хәл буласаҡ тип әйтһәләр, ышанмаҫ инем”, ти“Өфө” клубы ярымһаҡсыһы Артем Голубев.  “Команда Еврокубокта унай. Рәсәй һәм сит ил клубтарын еңә, стадионы көйәрмәндәр менән һәр саҡ тулы булды. Ғөмүмән, команданың киләсәге бар ине. Республика етәкселеге лә һәр яҡлап яҡлауын белдергәйне. Әммә, һүҙ ҙә генә ҡалды. Йәл... “

Фото: ТАСС. 

“Өфө”нө лә  “Содовик”тың яҙмышы көтәме?..
“Өфө”нө лә “Содовик”тың яҙмышы көтәме?..
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: