Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Октябрь 2022, 08:30

Ҡазан боҙо ирерме...

Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы ситтәге осрашыуҙарын дауам итеп, Ҡазанда урындағы “Аҡ барс” клубы менән сәкәләшә.  

Быйыл улар бер мәртәбә көс һынашып өлгөрҙө инде. Өфөлә уҙған бәйгелә ҡунаҡтар юлаевсыларҙы 3:0 иҫәбенә отоп ҡайтты. Ғөмүмән, улар араһында булған һуңғы официаль һигеҙ уйында, “Аҡ барс” уйынсылары ете тапҡыр өҫтөнлөк итте. Ә инде тарихҡа ҡағылғанда, улар үҙ ара бөтәһе 96 осрашыу уҙғарған һәм 54 уйында күршеләр еңеү яулаһа,  42-ндә өҫтөнлөк өфөләр яғында булған.

Әлеге ваҡытта, Знароктың тәрбиәләнеүселәре алты уйын рәттән отолғандан һуң, ниһайәт уҙған турҙа еңеү бәхетен кисерҙе. Улар “Металлург”ты овертайма 3:2 иҫәбенә отто. Шуға ла бөгөнгө бәйге бик көсөргәнешле булмаҡсы. Сөнки өфөләр ҙә һуңғы арала тотороҡло сығыш яһай.

Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһына күҙ һалғанда, “Металлург” командаһы 31 мәрәй йыйып беренсе булһа, “Автомобилист” 29 мәрәй менән – икенсе һәм уларҙан ике мәрәйгә ҡалышып, өсөнсө баҫҡыста “Салауат Юлаев” клубы урынлашҡан. “Аҡ барс” иҫәбендә 22 мәрәй һәм бишенсе урын.

Фото: ТАСС. 

Ҡазан боҙо ирерме...
Ҡазан боҙо ирерме...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: