Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Октябрь 2022, 07:40

Өс уйында 14 шайба

“Салауат Юлаев” командаһы һуңғы өс осрашыуҙа дәғүәселәренә 14 гол индереп, мәргәнлеген иҫбатлай башланы.  

Ғөмүмән, һуңғы биш уйында улар туғыҙ мәрәй яулап, ҡәҙимгесә уңышлы сығыш яһай. Кисә лә башта уҡ “Северствль” клубына дүрт яуапһыҙ шайба индереп, бәйгене еңел генә башлай. Шуғалырмы инде, аҙаҡтан битараф булғанына саҡ еңеүен ҡулынан ысҡындырмай. Хужалар һуңғы осорҙа өҫтөнлөктө тулыһынса ҡулына алып, өс тапҡыр уңышҡа өлгәшә. Әгәр бәйге дүрт осорҙан торғанда, улар моғайын өфөләрҙе еңерҙәр ине. Ә былай уйын 5:4 ҡунаҡтар файҙаһына тамамланды.

Иртәгә беҙҙекеләр Ҡазанға юлланып, “Аҡ барс” менән икенсегә сәкәләшәсәк. Тәүгеһендә өҫтөнлөк улар яғында булғайны.

Фото: ТАСС. 

Өс уйында 14 шайба
Өс уйында 14 шайба
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: