Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Октябрь 2022, 10:55

Юлаевсылар Череповецк ҡалаһына юлланды

Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы cиттәге осрашыуҙарын дауам итеп, Череповецк ҡалаһында урындағы “Северсталь” клубы менән уйнай.  

“Северсталь” уйынсылары уҙған турҙа “Локомотив” командаһын ҡабул итеп, уларға өҫтәмә ваҡытта 2:3 иҫәбенә отолғайны. Улар Көнбайыш конференцияһында 22 мәрәй яулап, һигеҙенсе урында урынлашҡан. Ә инде өфөләр Мәскәүҙә “Спартак” клубы менән сәкәләшеп, хужаларҙы 5:2 иҫәбенә еңде. Беҙҙекеләр иһә, 25 мәрәй менән Көнсығышты - өсөнсө.

Фото: ТАСС. 

Юлаевсылар Череповецка юлланды
Юлаевсылар Череповецка юлланды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: