Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Октябрь , 08:25

Юлаевсылар үсен ҡайтарҙы...

Кисә “Салауат Юлаев” командаһы Мәскәүҙә урындағы “Спартак” клубы менән сәкәләшеп, хужаларҙы 5:2 иҫәбенә еңде.  

Ҡунаҡтар беренсе осорҙа уҡ, өс яуапһыҙ шайба индереп, еңеүгә нигеҙ һала. Аҙаҡтан да улар ике тапҡыр уңышҡа өлгәшә һәм быға тиклем булған үҙ-ара бәйгеләге  отолоуы өсөн үсен ҡайтара.

Юлаевсыларҙан уңышҡа Кадейкин, Дроздов, Мерфи, Башкиров һәм Картаев өлгәшә.

Шулай итеп, “Салауат Юлаев” уйынсылары 25 мәрәй яулап, үҙ конференцияһында өсөнсө урынын нығыта төштө. Иртәгә улар “Северсталь” клубы менән осрашасаҡ.

Фото: ТАСС. 

Юлаевсылар үсен ҡайтарҙы...
Юлаевсылар үсен ҡайтарҙы...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас в