Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Октябрь , 10:25

Бишенсегә өмөт бар

Бөгөн “Өфө” футболсылары үҙ майҙанында Мәскәүҙең “Родина” клубын ҡабул итә.    

“Родина” әлегә һигеҙ мәрәй менән аҫтан икенсе булып урынлашҡан.

Беҙҙекеләр иһә уҙған турҙа  “Динамо” командаһын 1:0 иҫәбенә отоп, миҙгел башланғандан  дүртенсегә генә еңеү тәмен татыны.
Хәҙер улар һайығып барған ҡумтаһын 16 мәрәйгә еткереп, 11-се баҫҡысҡа күтәрелгәйне.

Фото: ТАСС. 

Бишенсегә өмөт бар
Бишенсегә өмөт бар
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас в