-33 °С
Ясна
АҠШ легионеры Александр Хмелевский ете тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, дүртендә уға булышлыҡ итһә, Александр Кадейкин иһә, бер гол индерһә лә ун пас биреп, Хмелевский менән 11-әр мәрәй йыйған. Һуңғы арала уңышлы ғына уйнап киткән Канада һаҡсыһы Райан Мерфи (1+7) һигеҙ мәрәй туплап, дүртенсе күрһәткескә өлгәште. Икенсе бер өмөтлө һаҡсыбыҙ Шакир Мөхәмәҙуллин да (1+4) мәрәй менән киләсәккә ышаныс уята. Быйыл “Салауат Юлаев” менән килешеү төҙөгән һөжүмсе Евгений Тимкин иһә, һаман үҙ уйынын таба алмай, хатта составҡа ла һирәк эләгә башланы. Уның иҫәбендә 0 мәрәй. Бар уйында ла ҡатнашҡан тәжрибәле һаҡсы Евгений Бирюков та мәрәйһеҙ йонсой. Ә инде ҡалғандары әҙме-күпме команда файҙа килтергән.
Фото: ТАСС.