Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Октябрь 2022, 10:35

Бәлки, өфөләр туҡтатыр...

Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы “Нефтехимик” хоккейсыларын ҡабул итеп, үҙендәге биш осрашыуҙан торған уйындарын тамамлай.  

Улар быға тиклем “Авангард”ты – 5:0 иәҫәбенә ҡыйратып,  “Металлург” уйынсыларына 2:3 иҫәбенә отолдо. Һуңынан  “Динамо” (Мәскәү) командаһын  3:2, буллит серияһында алдырып, “Торпедо”ға шул уҡ буллитта 1:2 иҫәбенә еңелде.

Сираттағы дәғүәсеһе  һуңғы арала бик һөҙөмтәле уйын күрһәтеп, 15 мәрәй менән туғыҙынсы баҫҡысҡа күтәрелде. Һуңғы турҙа ла “Сочи” клубын өҫтәмә ваҡытта 5:4 иҫәбенә еңеп, Өфөгә күтәренке кәйефтә килде.

Көнсығыштағы турнир таблицаһына килгәндә, әлегә 27 мәрәй яулап, “Автомобилист” клубы беренсе урында урынлашҡан. “Металлург” иҫәбендә 24 мәрәй булһа, юлаевсылар 21 мәрәй менән өсөнсө урынды биләй. “Аҡ барс” менән “Себер” иҫәбендә 20-шәр мәрәй.  

Ошо осрашыуҙан һуң, өфөләр Мәсәкәүгә юлланып, урындағы “Спартак” менән сәкәләшәсәк. Унан һуң, уларҙы “Северсталь” менән “Аҡ барс” көтә.

Фото: ТАСС.

Бәлки, өфөләр туҡтатыр...
Бәлки, өфөләр туҡтатыр...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: