Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Октябрь 2022, 20:55

Черчесов сит яҡта уңыш ҡаҙана

Кисә футбол буйынса Европа кубогы өсөн төркөм осрашыуҙары уҙғайны.  

Рәсәй белгесе Станислав Черчесов етәкләгән Венгрияның “Ференцварош” клубы Сербияның билдәле “Црвена Звезда” командаһын 2:1 иҫәбенә еңеп, өсөнсө тапҡыр уңышҡа өлгәште.

Хәҙер улар үҙ төркөмөндә туғыҙ мәрәй яулап, бер аяғы менән плей-оффта.

Нишләйһең, шул үҙебеҙҙең ситтә уйнап эшләгән вәкилдәребеҙҙең уңышына булһа ла ҡыуанабыҙ инде...

Фото: ТАСС.

Черчесов сит яҡта уңыш ҡаҙана
Черчесов сит яҡта уңыш ҡаҙана
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: