Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Октябрь 2022, 21:45

Дүртенсе буллитта еңә алманы

Яңыраҡ “Салауат Юлаев” командаһы КХЛ беренселенең сираттағы турын дауам итеп, Көнбайыш конференцияһынан “Торпедо” хоккейсыларын ҡабул итте.  

Төп һәм өҫтәмә ваҡытта еңеүсене асыҡлай алмағас, дәғүәселәр буллит серияһында бәхетен һынаны. Һәм был юлы ҡунаҡтар мәргәнерәк булып сыҡты. Улар өфөләрҙе 2:1 иҫәбенә отто. Ә инде юлаевсылар быға тиклем өс осрашыуҙа еңеүсене буллит серияһында һынағайны һәм өсөһөндә лә алдынғылыҡты бирмәгәйне. Нишләйһең, ҡасан да булһа был көн дә етергә тейеш ине...

Шулай итеп, "Салауат Юлаев" командаһы бер мәрәйле булып, Көнсығыштағы өсөнсө урынын һаҡлап ҡалды. Шәмбе көндө улар "Нефтехимик"ты ҡабул итәсәк.

Фото: ТАСС.

Дүртенсе буллитта еңә алманы
Дүртенсе буллитта еңә алманы
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: