Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Октябрь 2022, 10:50

Уйнаһалар, уйнайҙар...

Иртәгә “Салауат Юлаев” командаһы календарҙағы биш көнлөк тәнәфестән һуң,  үҙ майҙанында  Көнбайыш конференцияһынан “Торпедо” хоккейсыларын ҡабул итәсәк.  

Кисә Игорь Ларионовтың тәрбиәләнеүселәре Екатеринбургта урындағы "Автомобилист" менән сәкәләшеп, уларға 4:1  иҫәбенә отолдо. "Торпедо" клубы әлегә 21 мәрәй яулап, үҙ конференцияһында юғары дүртенсе урынды биләй.

Ҡалған клубтарҙың сығышына күҙ һалғанда, туғыҙ уйын рәттән мәрәй яулай алмаған “Нефтехимик” ҡапыл һөҙөмтәгә өлгәшеп, хөҙер 13 мәрәйле булып китте. Шулай уҡ “Авангард” менән “Амур” иҫәбендә лә – 13-әр мәрәй. Яңыраҡ Омск өлкәһе клубының етәкселеге команданың һөҙөмтәһенә ҡәнәғәтһеҙлеген белдереп, уның баш тренеры Дмитрий Рябыкинды отставкаға ебәрҙе һәм урынына ваҡытлыса Михаил Кравецты тәғәйенләне.

Фото: ТАСС. 

Уйнаһалар, уйнайҙар...
Уйнаһалар, уйнайҙар...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: