Юлаевсылар был юлы ла дәғүәсеһен 2:0 иҫәбенә алдыра килеп, саҡ еңеүен ҡулынан ысҡындарманы. Ҡунаҡтар дүрт минут эсендә ике яуапһыҙ гол индереп, бәйгене овертаймға күсерә. Өҫтәмә ваҡытта еңеүсене асыҡлай алмағас, буллит серияһында хужалар мәргәнерәк булып сыҡты.
Шулай итеп, өфөләр 16 уйындан һуң 20 мәрәй яулап, Көнсығышта өсөнсө урынды биләй.
Киләһе уйынын улар 13 октябрҙә “Торпедо” уйынсылары менән уҙғарасаҡ.
Фото: ТАСС.