+14 °С
Болотло
Калининград клубы, 22 мәрәй йыйып, “Алания” менән беренсе-икенсе урындарҙы бүлешә. Уҙған турҙа ул “Енисей” уйынсыларын 3:2 иҫәбенә отһа, өфөләр иһә Түбәнге Новгородта урындағы “Акрон” командаһы менән 1:1 иҫәбенә айырылышҡайны. Ғөмүмән, һуңғы арала беҙҙекеләр өс бәйгелә биш мәрәй яулап, бер аҙ юғалтыуҙан арынды. Тик артабан нисек булыры билдәһеҙ. Клуб етәкселеге финанс хәлен яҡшыртыу өсөн өс футболсыһын һатып, миҙгел аҙағына тиклем аҡса яғынан хәлдең тотороҡланыуын белдерҙе. Әлегә команда иҫәбендә – 13 мәрәй һәм 12-се урын.
Фото: ТАСС.